Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүге тапҡыр Нияз Мәжитов иҫтәлегенә «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тәүге тапҡыр билдәле археолог Нияз Мәжитов иҫтәлегенә арналған «Боронғо Өфө» тарихи фестивале уҙа.

14 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә «Боронғо Өфө» Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын С. Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһына саҡыра.

Ҡатнашыу өсөн Көньяҡ Уралдың иртә Урта быуат осоро костюмын тарихи реконструкциялау менән шөғөлләнгән кешеләр һәм клубтар саҡырыла. Фестивалдә юғары уҡыу йорттары студенттары араһында Өфө биләмәһендә урынлашҡан археология ҡомартҡыларын популярлаштырыуға һәм белемде арттырыуға йүнәлтелгән квест үткәреү ҡаралған.

5-7 класс уҡыусылары араһында тарихҡа, төрлө осорҙа табылған археология ҡомартҡыларына һәм артефакттарға арналған һүрәттәр конкурсы ойошторола.

Фестиваль программаһында реконструкторҙар клубтарының сығышы, көршәкселәр, тимерселәр, ювелирҙар кеүек урта быуат һөнәрҙәре өлкәһендәге белгестәрҙең оҫталыҡ кластары, «Боронғо Өфө» музей ҡурсаулығының археологик табылдыҡтары, Башҡортостан Милли музейының күсмә күргәҙмәләре, Өфө артистары ҡатнашлығында концерт ҡаралған.

Фестивалде асыу сараһында тарихи квестарҙа һәм Өфө тураһында һүрәттәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы бүләкләү була. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-77-43.

http://www.bashinform.ru/news/1208759-v-ufe-vpervye-proydet-istoricheskiy-festival-drevnyaya-ufa-pamyati-niyaza-mazhitova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть