Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә 16 йәшлек үҫмер маршруткала вафат булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөлә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш органдары 16 йәшлек үҫмерҙең үлем осрағы буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғара.

7 сентябрҙә үҫмер Өфө — Ырымбур автомобиль юлы буйлап маршруткала Башҡортостандың баш ҡалаһына китеп барған.

Ул үҙен насар тоя башлаған һәм туҡтатыуҙарын һораған. Автомобиль «Кооператив ялан»дан алыҫ булмаған урында туҡтағас, егет кабинанан сыҡҡан һәм ергә ҡолаған. Пассажирҙарҙың береһе тиҙ ярҙам саҡырған. Табиптар үҫмерҙең үлемен теркәгән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үлемгә горелкаларҙы заправкалау газынан ағыуланыу сәбәпсе булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, ваҡиға урыны тикшерелгән, газлы баллон тартып алынған, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителергә тейеш, тип хәбәр итә республика Тәфтиш комитеты.

http://www.bashinform.ru/news/1207619-v-bashkirii-v-marshrutnom-taksi-skonchalsya-16-letniy-podrostok-/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть