Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле «Коляда-Plays» фестивалендә ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Баллы, тирәкле Балтирәк» спектакле быйыл ХII «Коляда-Plays» халыҡ-ара заманса драматургия театр фестиваленә саҡырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш Өфө драматургы Әнгизә Ишбулдинаның пьесаһын режиссер Алмас Әмиров сәхнәләштергән.

Фестиваль 5-15 ноябрҙә Екатеринбургта уҙа, афишала 37-гә яҡын спектакль. Өфө спектакле 10 ноябрҙә «Щелкунчик» театры сәхнәһендә ҡуйыла.

«Был фестивалдә беҙ 2016 йылда Ярослава Пулиновичтың (режиссер Айрат Абушахманов) «Йәнем. Иртәгә яңы көн тыуыр» спектакле менән ҡатнашҡайныҡ, — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Динара Ҡәйүмова. — Ул саҡта актер Руслан Хайсаров «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында (Альберт роле өсөн) еңеүсе булды».

2017 йылда ХI «Коляда-Plays» халыҡ-ара заманса драматургия театр фестивалендә «Хыялға ҡаршы» спектакле (режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев) төп приздарҙың береһен яуланы — «Иң яҡшы режиссура өсөн».

http://www.bashinform.ru/news/1208466-bashkirskiy-spektakl-na-kiselnom-beregu-poedet-na-festival-kolyada-plays/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть