Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүҙең ғәмәлдәге системаһы һаҡлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Хөкүмәте йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы системаһына күсеү ваҡытын кисектереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Быға тиклем 2018 йылдың 1 октябренән республиканың 17 муниципалитеты ошо хеҙмәт өсөн йылытыу осоронда ғына түләй башлар тип  күҙалланғайны.

Ләкин үҙгәрештәрҙең граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүе артыуына килтереү ихтималлығына бәйле, 5 сентябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте яңы түләү системаһына күсеү хаҡында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарған ҡарар ҡабул итте.

Шулай итеп, 2018-2019 йылдарҙа йылылыҡ өсөн түләүҙең уҙған йылытыу миҙгелендәге кеүек үк ғәмәлдәге тәртибе һаҡлана, тип хәбәр иттеләр Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1208538-v-bashkirii-plata-za-teplo-budet-vzimatsya-v-otopitelnyy-period-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть