Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Велосипедтан смартфонға тиклем: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының селфи конкурстары еңеүселәре билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығынан #РеспубликаныАс һәм #ҺинеңМөмкинлектәреңәЭйәРеспублика селфи конкурстары еңеүселәре билдәләнде. Уларҙа теләгән һәр кем ҡатнаша алды. Бүләкләү тантанаһы 9 сентябрҙә «Һайлау-2018» матбуғат үҙәгендә уҙҙы.

«ҺинеңМөмкинлектәреңәЭйәРеспублика» проекты сиктәрендә Башҡортостандың 100 йыллығына төҙөлә башлаған йәки төҙөлөп бөткән объекттар янында иң яҡшы селфиға фотоконкурс ойошторолдо. Ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһында инфраструктура объекттары төҙөлөшөнөң интерактаив картаһы менән танышырға һәм уларҙың береһе эргәһендә #ҺинеңМөмкинлектәреңәЭйәРеспублика хэштегы менән селфи эшләргә, һуңынан фотоһүрәтте #ҺинеңМөмкинлектәреңәЭйәРеспублика хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк ине. Иң күп «лайк» йыйған һәм ҡағиҙәләргә тап килгән шәп фотоһүрәттәр араһынан жюри иң-иңдәрен һайлап алды.

#ҺинеңМөмкинлектәреңәЭйәРеспублика конкурсында Туймазынан блогер, йәмәғәт эшмәкәре, «Үҙең эшлә» программаһын алып барыусы Олег Ғайсин еңеү яуланы. Ул ноутбукка эйә булды.

Икенсе урын һәм планшет Дәүләкән экологы Екатерина Багаевала.

Өсөнсө урын һәм смартфон Өфө инженеры Инна Крупскаяға бирелде.  

«РеспубликаныАс» проекты сиктәрендәге конкурс туризм яратыусылар өсөн уҙғарылды. Туристар һәм сәйәхәтселәр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгридындағы Башҡортостандың 30 тәбиғәт һәйкәле эргәһендә төшкән фотоға әүҙем ял итеү өсөн бүләктәр ота алды. Кадрҙа ҡатнашыусы үҙе, исемлектәге билдәле урындарҙың береһе, шулай уҡ #РеспубликаныАс хэштегы булырға, фотоны социаль селтәргә һалырға кәрәк ине.

#РеспубликаныАс конкурсында Ғафури районы Красноусол ҡасабаһындағы Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә  белем биреү уҡытыусыһы Айрат Миңлебаев еңде. Ул тау велосипеды менән бүләкләнде.

Икенсе урын һәм  палатка Өфөнән һәүәҫкәр фотограф Алина Сәйетовала.

Өсөнсө урын һәм ишкәкле кәмә Өфөнән Кадастр палатаһы инженеры Нәркәс Мөхәрәмоваға эләкте.

http://www.bashinform.ru/news/1208335-ot-velosipeda-do-smartfona-stali-izvestny-pobediteli-konkursov-selfi-ia-bashinform/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть