Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала синоптиктар көслө ҡырау вәғәҙә итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көслө ҡырау төшөүе көтөлә, тип иҫкәртә төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

10-12 сентябрҙә төндә һәм иртән республика буйынса урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -3 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе көтөлә. Ошо хаҡта Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы хәбәр итә.

Алдағы ҡырау ауыл хужалығы һәм дача сәсеүлектәренә зыян килтереүе ихтимал. Шулай уҡ улар юлдарҙа боҙлауыҡҡа сәбәбсе булыуы һәм юл-транспорт фажиғәһенә килтереүе мөмкин. Шуға водителдәргә үтә иғтибарлы булырға кәрәк.

Тәбиғәттә ял итеүселәргә шулай уҡ тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алыу зарур. Организмдың үтә ныҡ һыуыныуы – һалҡын тейеүҙең төп сәбәбе.

Һауа температураһы түбәнәйеү менән бәйле республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты граждандарға янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтеүгә иғтибар итергә саҡыра.

«Йыл һайын һауа температураһы түбәнәйеү осоронда электр приборҙарын һәм мейес ҡорамалдарын файҙаланыу менән бәйле янғындар һанының артыуы теркәлә, шуға йорттарҙа электр һәм мейес ҡорамалдарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫтә тоторға кәрәк», — тиелә ведомство хәбәрендә.

http://www.bashinform.ru/news/1208609-v-bashkirii-sinoptiki-obeshchayut-silnye-zamorozki-obyavleno-shtormovoe-preduprezhdenie/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть