Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда алты партия Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына мандаттарҙы бүлеште

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Алты партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары мандатын ала: «Берҙәм Рәсәй» — 79, «КПРФ» — 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2, «Йәшелдәр» — 1. Төбәк парламентына Сәнәғәт округынан үҙ-үҙен күрһәткән Айрат Кәримов үтте. Һайлауҙың яҡынса һөҙөмтәләрен брифингта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев иғлан итте. Һайлау булды тип танылды.

Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 49,08% ҡатнашты, ҡала округтарында — уртаса 40,57%, ауыл ерендә — 61,91%. Өфөлә иһә һайлаусыларҙың 29,44% тауыш бирҙе.

Башҡортостанда 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә — йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат алмаштырылды.

http://www.bashinform.ru/news/1208639-v-bashkirii-shest-partiy-podelili-mandaty-v-gossobranie-rb/  

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть