Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Марсель Сәлимов – XXI быуат әҙәбиәтенә өлөшө өсөн Евразия халыҡ-ара премияһы лауреаты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/.

Мәскәүҙә мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә Евразия халыҡ-ара премияһын бүләкләү тантанаһы үтте. Евразия мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм ғилеменә тос өлөш индергән төрлө илдәрҙән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм ғалимдар биш йыл элек Евразия ижад берлеге ойошторған дәрәжәле премия лауреаттары булды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – билдәле башҡорт һәм Рәсәй яҙыусыһы-сатирик Марсель Сәлимов (Мар.Сәлим).

Уны халыҡ-ара премияға Евразия ижад гильдияһы (Лондон) Мар.Сәлимдең иҫәп буйынса ҡырығынсы инглиз телендә «The Book Which Has Never Been Written Before» китабын сығарған «Hertfordshire Press» нәшриәт йорто менән берлектә тәҡдим итте.

Уҙған көндәрҙә Мәскәү ҡалаһы көнөндә, 31-се Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә булғандан һуң, абруйлы ҡунаҡтар – Евразия премияһы лауреаттары, билдәле Рәсәй һәм сит ил яҙыусылары, шағирҙары, публицистары, ғалимдары һәм артистары бөйөк рус актрисаһы Мария Ермолова йорт-музейына килде. Бында уларҙы дуҫтарҙың йылы осрашыуы, коллегаларҙың сығыштары, Ҡаҙағстан сәнғәт оҫталарының иҫ киткес концерты, еңеүселәрҙе бүләкләү көттө.

Марсель Сәлимовҡа Алтын миҙалды һәм Иҫтәлекле статуэтканы тапшырып, Евразия ижад берлеге президенты Карина Сарсенова, уның халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәр үҫешенә тос өлөш индереүен айырыуса баһалап, яҙыусы-сатириктың ижадына юғары баһа бирҙе. Яңы ғына лауреат булған шәхес Ҡаҙағстан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Нурлан Оразалин, Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре, бөтә донъяға танылған виртуоз скрипкасы, Азия-Тымыҡ океан төбәге Оркестрҙар альянсы директорҙарының береһе Марат Бисенгалиев, Евразия ижад берлеге президенты, «Ks Pproduction» продюсерлыҡ үҙәге генераль продюсеры Карина Сарсенова һәм «Caspian University» университеты ректоры (Алма-Ата) Жолдасбек Нусенов ҡул ҡуйған халыҡ-ара сертификат алды.

Залда ултырған Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы президенты Виктор Никеров Марсель Сәлимовҡа «Кто есть кто: Всемирное издание» биографик инновацион белешмәнең 21-се баҫмаһын бүләк итте. Был белешмәлә башҡорт юморисының биографияһы һәм ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт яҙылған.

Билдәләп үтергә кәрәк, яңыраҡ Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы эгидаһы аҫтында рус һәм инглиз телдәрендә 3000 дана булып «Лучшие поэты и писатели России 2017» белешмәһе баҫылып сыҡты. Белешмә бөтә халыҡ-ара әҙәби сараларҙа күрһәтеләсәк, шулай уҡ нәшриәтселәрҙе авторҙар менән таныштырыу маҡсатында китап нәшриәттәренә тапшырыласаҡ. Унда Мар.Сәлимдең биографик белешмәһе һәм уның ижады тураһында Сергей Михалковтың, Мостай Кәримдең, Валерий Ганичевтың, Рәсәй Федерацияһы Президенты Советнигы, Рәсәй Президенты ҡарамағында Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Журналистар союзы секретары Михаил Федотовтың әйткән фекерҙәре баҫылып сыҡҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1208475-marsel-salimov-laureat-evraziyskoy-mezhdunarodnoy-premii-za-vklad-v-literaturu-xxi-veka-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть