Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Flydubai Өфөнән осоштарҙы туҡтата

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2018 йылдың ноябренән Өфөнән Flydubai осоштарҙы туҡтата. Был турала «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итә.

«2018 йылдың 24 ноябренән һуң Өфө һәм Дубай араһында рейсҡа билет алған пассажирҙарға Рәсәйҙә авиакомпанияның икенсе маршруты буйынса осошто бронләргә йәки аҡсаны ҡайтарып алырға мөмкин. Бының өсөн үҙеңдең турагентың, Рәсәйҙә ташыусының колл-үҙәге йәки авиакомпанияның Дубайҙағы бәйләнеш үҙәге менән бәйләнешкә инергә кәрәк», — тип әйтелә хәбәрҙә.

Flydubai авиакомпанияһы элек «Натали Турс» менән хеҙмәттәшлек итте. Был туроператор яңыраҡ Ростуризм реестрынан төшөрөлдө.

http://www.bashinform.ru/news/1208217-flydubai-prekrashchaet-polety-iz-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть