Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

16-17 ноябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтә. «Иҙел» коммерцияға ҡарамаған мәҙәниәткә булышлыҡ итеү һәм үҫтереү фонды уның ойоштороусыһы булып тора.

Сараның төп маҡсаты – Башҡортостандың һәм Татарстандың профессиональ халыҡ һәм академик вокал сәнғәтен һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй төбәктәренән һәм башҡа илдәрҙән башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар башҡарыусы урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарының ижади бүлектәрендә уҡыусы студенттар һәм уны тамамлаусылар, шулай уҡ вокал һәм вокал-музыка ҡоралдары ансамблдәре саҡырыла.

Ҡатнашыусыларҙың йәше йәшәү урынына һәм гражданлығына ҡарамаҫтан 16-35 йәш (7-15 йәштәрҙәге балалар номинацияларында ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алмағанда).

Фестиваль-конкурс номинациялары:

  • Башҡорт халыҡ йыры (оҙон көй), йә иһә Татар халыҡ йыры (оҙон көй);

  • Башҡорт профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры), йә иһә татар профессиональ композиторының эстрада йыры (йәки эстрадалағы халыҡ йыры);
  • Башҡорт һәм татар профессиональ композиторының академик йыры.

Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 6 ноябргә тиклем idelfestival@gmail.com электрон почтаһына ҡабул ителә. Бәйгеселәрҙе Рәсәй Федерацияһының күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре  баһалай һәм булышлыҡ итә.

«Иҙел» халыҡ-ара, телевизион башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы гала-концерты һәм уның еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 17 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында (Ленин урамы, 50) була.

http://www.bashinform.ru/news/1207646-v-ufe-proydyet-mezhdunarodnyy-festival-konkurs-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni-idel/

Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть