Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» 58,39% тауыш йыя

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ышаныслы алдынғылыҡта килә. Һайлау бюллетендәренең 97% эшкәрткәндән һуң берҙәм республика округы буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре һайлаусылар исемлегенә индерелгән халыҡтың 58,39% тауышын йыя.

Икенсе урында «КПРФ» — 18,73%. Тәүге өсәүгә 9,91 % һөҙөмтә менән ЛДПР парламент партияһы инә. Башҡортостанда «Ғәҙел Рәсәй» — 5,47%, «Рәсәй патриоттары» — 4,01%,  «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы 1,99% йыйҙы.

Башҡортостанда 9  сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлау уҙҙы. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат билдәләнде.

Тауыш бирергә килеүселәр һаны 49,19% тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.

http://www.bashinform.ru/news/1208418-v-bashkirii-na-vyborakh-v-gossobranie-edinaya-rossiya-nabiraet-58-39-golosov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть