Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ир менән ҡатынды үле килеш таптылар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда ирле-ҡатынлы Кузнецовтар тураһында бер тәүлек бер нәмә лә билдәле булманы. Туғандары 8 сентябрҙә уларҙың юғалыуы хаҡында полицияға ғариза яҙған. Бер көн үткәс күңелһеҙ хәбәр килде: Сергей менән Татьяна үле килеш табылған. Был хаҡта «Лиза Алерт» эҙләү хәрәкәте ирекмәндәре хәбәр итә.

«Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, 45 йәшлек Сергей менән 42 йәшлек Татьяна республиканың Белорет районы Ломовка ауылынан сығып киткән һәм эҙһеҙ юғалған. Бер тәүлектән һуң тыуған ауылдарынан алыҫ булмаған урында уларҙың автомобилен тапҡандар. Кузнецовтар үлемесле юл фажиғәһенә эләккән: машина менән күперҙән осҡан.

Ошо хәл тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр асыҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1208427-propavshikh-v-bashkirii-suprugov-nashli-mertvymi-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть