Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

16 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә танылған режиссер Булат Йосопов башҡорт телендә тауыш бирҙе.

«Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау көнөндә үҙебеҙҙең участкала — Өфөләге 21-се лицейҙа  тауыш бирҙек. Беҙҙә ғаилә менән һайлауға барыу яҡшы йолаға әүерелде. Участкаға инеү менән шунда уҡ башҡорт телендәге бюллетендәр тәҡдим иттеләр», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер.

Тәүге тапҡыр һайлауҙа КОИБ-тар эшләне, тип билдәләне Булат Йосопов.

«Яңы саҡырылыш депутаттары Башҡортостаныбыҙ үҫешһен һәм сәскә атһын өсөн лайыҡлы хеҙмәт итерҙәр тип өмөтләнәм», — тип өҫтәне Булат Йосопов.

Әлеге ваҡытта режиссер «Беренсе Республика» тарихи нәфис фильмын тауышлы итеү өҫтөндә әүҙем эшләй.

«Төп музыкаль темаларҙы раҫлау, фильмдың графикаһы өҫтөндә эш бара. «Беренсе Республика» фильмының трейлеры октябрь башында Республика көнө алдынан сыға. Шулай уҡ киләһе аҙнала рус, башҡорт, инглиз һәм төрөк телендәге субтитрҙар менән «Бабич» фильмы интернетҡа һалына», — тип хәбәр итте режиссер.

http://www.bashinform.ru/news/1208101-v-ufe-rezhisser-bulat-yusupov-progolosoval-na-bashkirskom-yazyke/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть