Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе. Был турала Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Марат Ғәҙилов хәбәр итте. 25690 кеше йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды.

Үҙәк һайлау комиссияһында белдереүҙәренсә, Бөрйән, Ейәнсура, Салауат райондары әүҙемлек күрһәтте.

«Дөйөм алғанда, һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышына ҡарағанда аҙыраҡ, — тине Марат Ғәҙилов. — Был һайлауҙа Өфөлә Октябрьский һәм Орджоникидзе райондары әүҙем булды. Ҡалалар араһында — Күмертау һәм Сибай».
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау бара. Республика халҡы закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат  һайлай. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана.

ww.bashinform.ru/news/1208145-v-bashkirii-k-18-00-progolosovalo-bolee-40-26-izbirateley/

                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть