Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов: «Һайлауға барыу өсөн төндә Башҡортостанға ҡайтып еттем»

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Бөгөн республикабыҙ яҙмышы — беҙҙең ҡулдарҙа. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ был көндә яуаплылыҡ күрһәтеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирһә генә тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ», — тип белдерҙе яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов.

Яҙыусы тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн кисә төндә һуң ғына  Силәбе өлкәһенән ҡайтып етеүе хаҡында һөйләне.

«Иртән үк үҙемдең һайлау участкаһына барҙым, әле бер тапҡыр ҙа  һайлауҙан ситтә ҡалғаным юҡ, сөнки был — минең гражданлыҡ бурысым,  — ти Айгиз Ғиззәт улы. — Һайлау кампанияһының нисек әүҙем барыуын барыбыҙ ҙа күрҙек. Депутатлыҡҡа кандидаттар бик күп осрашыуҙар үткәрҙе, алыҫта урынлашҡан ауылдарға ла барып етте. Һайланғандан да һуң да улар халыҡ менән шулай йышыраҡ осрашһын ине».

Әлеге ваҡытта яҙыусы шартлы рәүештә «Алдаҡсы» тип аталған яңы китабы өҫтөндә эшләй. Повесть Ғаилә йылына арналған. Был  — танылған яҙыусының Ғаилә йылында донъя күргән алтынсы китабы була.

Ошо көндәрҙә яҙыусы Мәскәүҙә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша, унда милли әҙәбиәтте пропагандалау буйынса мәсьәләләр ҡарала. Ул сараға эксперт итеп саҡырылған. Һуңынан Айгиз Баймөхәмәтов  Астана ҡалаһына Евразия яҙыусылары форумына оса.  

http://www.bashinform.ru/news/1207976-pisatel-aygiz-baymukhametov-pozdno-nochyu-vernulsya-v-bashkiriyu-chtoby-priyti-na-vybory/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть