Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Цюрихта башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тәүге осрашыуы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Цюрихта Швейцарияла һәм Германияла йәшәгән ике туғандаш халыҡтың — башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуы уҙҙы.

Женеванан ситтә беренсе осрашыуҙы Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ойошторҙо. «30-ҙан ашыу ватандашыбыҙ килде, —  тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ, Берләшкән Милләттәр ойошмаһы агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес. — Таныштыҡ, ихлас аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм берлектәге проекттарҙы тикшерҙек. Өҫтәл милли ризыҡтар  менән тулы ине — сәк-сәк, өсмөйөш, бал».

Агентлыҡ әңгәмәсеһе һүҙҙәренсә, ҡунаҡтарҙың фортепианола, ҡумыҙҙа уйнауы байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Байрам Ғабдулла Туҡайҙың «Туған тел» шиғырына ижад ителгән йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.

«Бәйләнеш булдырылды — хәҙер киңәйергә һәм хеҙмәттәшлек итергә уйыбыҙ бар. Цюрихта ла, Женевала ла берлектәге аш-һыу оҫталыҡ дәрестәрен һәм телде өйрәнеү курстарын ойошторорға ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Айһылыу.

Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ватандаштарыбыҙ ҡатнашлығындағы ошондай сараларҙы йыш уҙғара. Йыл һайын ойошторолған күп милләтле Һабантуй —  сағыу байрамдарҙың береһе.

http://www.bashinform.ru/news/1208001-v-tsyurikhe-vpervye-proshla-vstrecha-bashkir-i-tatar/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть