Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Инга Йомашева: Һайлау хоҡуғынан файҙаланмау – тыуған төйәгеңдең киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарының яңы составы һайлаусыларҙан тора. Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева шундай фекерҙә.

«Бөгөн төбәктә Башҡортостан Республикаһы юғары закон сығарыу органы — Ҡоролтай депутаттарын һайлайҙар. Яңы саҡырылыш составы һайлаусыларҙан тора. Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең хоҡуҡтарын, республика мәнфәғәтен кем яҡлаясағын, яңы үҙгәрештәргә кем йүнәлеш бирәсәген хәл итә ала. Был мөмкинлекте лайыҡлы сәйәсмәндәргә бирергә кәрәк, һәм беҙ — һайлаусылар быны эшләй алабыҙ», — тине парламентарий.  

Депутат тәүге тапҡыр 18 йәшендә тауыш биреүе хаҡында һөйләне. Был IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаған ваҡыт була. Шул ваҡыттан алып Инга Йомашева урындағы һәм федераль әһәмиәттәге һайлауҙарҙа даими ҡатнаша.

«Минең һәр саҡ, һайлау – ябай граждандарҙың илдәге сәйәси хәлгә йоғонто яһауҙың мөһим ҡоралы, тигән аныҡ ҡарашым бар. Конституцияла беркетелгән ошо хоҡуҡтан файҙаланмау, тимәк, тыуған төйәгеңдең киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү. Мин бер ваҡытта ла бындай фекерҙе яҡламаным», — тине депутат.

http://www.bashinform.ru/news/1207956-inga-yumasheva-ne-polzovatsya-pravom-vybora-proyavit-bezrazlichie-k-budushchemu-svoego-kraya/

          

Теги: һайлау
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть