Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы һаҡсы Алексей Семенов менән килешеү төҙөнө

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубын тәжрибәле һаҡсы тулыландырҙы. 37 йәшлек Алексей Семенов Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгеле аҙағынаса Башҡортостан командаһы менән килешеү төҙөнө. Шуны билдәләп үтәйек: хоккейсы быға тиклем дә «юлаев»сылар өсөн сығыш яһағайны инде (2006-2007 йылдарҙа).

«Уҙған йылда хоккейсы Мәскәү өлкәһенең «Витязь» командаһы өсөн сығыш яһаны, 37 уйында ҡатнашып, 12 (6+6) мәрәй йыйҙы», — тип хәбәр ителә «Салауат Юлаев» хоккей клубының рәсми сайтында.

Шулай уҡ Алексей Семенов  Крылья Советов (Мәскәү, 1997-98), Sudbury Wolves (OHL, 1998-2000,2000/2001), Hamilton Buldogs (AHL, 1999/2000, 2001/2002), Edmonton Oilers (2002-2004, 2005-2006), СКА (2004/05, 2010-2015), Florida Panthers (2005-2007), San Jose Sharks (2007-2009), Динамо (Мәскәү, 2009-2010), Витязь (Подольск, 2014-2015, 2016-2018) командаларында, Сочи хоккей клубында (2015-16) уйнаны.

http://www.bashinform.ru/news/1207940-khk-salavat-yulaev-zaklyuchil-kontrakt-s-zashchitnikom-alekseem-semenovym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть