Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала тәфтиш изоляторҙарында тотолған граждандарҙың 70 проценты тауыш бирҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 12-гә тәфтиш изоляторҙарында тотолған граждандарҙың 70 процентҡа яҡыны тауыш бирҙе. Әле унда бөтәһе 1418 кеше. Уларҙың барыһына ла тауыш биреү өсөн хоҡуҡтар, бурыстар, мөмкинлектәр аңлатылған, тип хәбәр итте Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге брифингта Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының хөкөм ителгәндәр менән тәрбиәүи эш бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Антон Овчинников.

«Йәмғеһе ете һайлау участкаһы асылған, — тине Федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы вәкиле. — Тәфтиш изоляторҙарындағы 400 кешенең паспорттары юҡ, законға ярашлы, уларҙы һайлаусылар исемлегенә индереү өсөн тейешле белешмәләр тултырылды».

Өйөндә һаҡ аҫтында булған граждандар үҙ участкаларында тауыш бирә. Бөгөнгә төбәктә ундайҙар 170. Йәшәгән урынын ҡалдырып китергә хоҡуғы булмағандарға урналар килтерәләр, республикала улар 79 кеше.

Стәрлетамаҡта колония-биләмә ҡарамағындағы холоҡ төҙәтеү үҙәгендә  28 кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, улар ҙа үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра.

Эске эштәр министрлығы линияһы буйынса ваҡытлыса тотоу изоляторҙарында — 19, махсус ҡабул иткестәрҙә 27 граждан тауыш бирҙе.

«Үҙ хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙан баш тартҡан кешеләр теркәлмәне», — тине Антон Овчинников.  

http://www.bashinform.ru/news/1207921-v-bashkirii-progolosovalo-70-protsentov-grazhdan-soderzhashchikhsya-v-sizo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть