Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Зариф Байғусҡаров: «Беҙҙең киләсәгебеҙ — һәр ҡайһыбыҙҙың ҡулында»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары беренселәр иҫәбендә төбәктең закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа тауыш бирә. Зариф Байғусҡаров һәр саҡтағыса хәләл ефете менән бергә тауыш бирә.

«Бөгөн республикала йәшәүсе һәр кеше үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә – һайлау участкаһына килергә һәм кем намыҫлы эшләйәсәк һәм һайлаусыларҙың мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлаясаҡ шуның өсөн тауышын бирергә тейеш», — тип иҫәпләй парламентарий.

Башҡортостанда республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауға тауыш биреү бара. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә.  

http://www.bashinform.ru/news/1207879-zarif-bayguskarov-nashe-budushchee-v-rukakh-kazhdogo-iz-nas/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть