Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Мәрҙәнов: «Башҡортостанда йәшәүселәр халыҡ мәнфәғәтендә эшләүсе депутаттар һайлар тип ышанам»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығ/.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа тауыш бирҙе. Премьер-министр гражданлыҡ бурысын «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында үтәне.

«Бөгөн республикабыҙҙа йәшәүселәр дөрөҫ аҙым яһар һәм яуаплы, патриотик рухлы, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә етди эшләүсе депутаттар һайлар тип ышанабыҙ. Был хәҙер алдағы алты йылға тотош ил һәм республикабыҙ алдында торған бик ҙур бурыстарҙы иҫәпкә алғанда бик мөһим. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин алдағы алты йылға социаль-иҡтисади үҫеш маҡсаттары төҙөгәнен беләһегеҙ, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Республика 2030 йылға тиклем үҙенең Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын ҡабул итте. Унда республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртырға тейеш бик амбициялы маҡсаттар ҡаралған».

http://www.bashinform.ru/news/1207869-rustem-mardanov-nadeyus-zhiteli-bashkirii-vyberut-rabotayushchikh-v-interesakh-lyudey-deputatov/

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть