Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала егерме меңгә яҡын 18 йәшлек һәм 155 йөҙ йәшлек һайлаусы тауыш бирә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда парламент һайлауында бөгөн тәүгә 19 618 18 йәшлек һайлаусы һәм 100 йәше тулған һәм уны уҙып киткән 155 граждан тауыш бирә ала. Ошо хаҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр иттеләр. 585 633 30 йәшлек һәм 137 035 80 йәшлек граждан тауыш бирә.

Сәғәт 12-гә ауыл муниципалитеттарында граждандарҙың – 24 проценты, ҡала округтарында 11,33 проценты тауыш биргән. Өфөлә төшкә тиклем 8,24 процент һайлаусы (иртәнге 10-ға 6,3 процент ине) тауыш биргән.

Республикала бер нисә «исемле» участка бар, уларға кеше күберәк килгән. Бәләбәй районының Надеждино ауылында С.Т. Аксаков исемендәге 1222-се участкала 47,85 процент электорат тауыш биргән. Илеш районында М. Гәрәев исемендәге участкала — 43,76%.

Тауыш бирергә килеүселәр һаны күп булыуы көтөлә, ти йәмәғәт медиаүҙәгендәге белгестәр. Ойоштороусылар һайлау участкаларын байрамса ойошторорға көс һалған. Ғәҙәттәгесә ауылда йәшәүселәр айырыуса әүҙем тауыш бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1207867-v-bashkirii-golosuyut-pochti-dvadtsat-tysyach-18-letnikh-i-155-stoletnikh-izbirateley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть