Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда һайлауҙа һайлаусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау хәрәкәтенең 100 активисы эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың йөҙ һайлау участкаһында йөҙ волонтер – «Тауыш» һайлаусыларҙың хоҡуғын яҡлау хәрәкәте күҙәтеүсеһе эшләй, тип һөйләне хәрәкәт активисы Ренат Факиев. Уларҙың алтмышы Өфө участкаларында күҙәтеү алып бара. «Тауыш» хәрәкәте һайлау кампанияһының бөтә стадияларын күҙәтә, уның ҡатнашыусылары һайлау процесын камиллаштырыу буйынса белгестәр булып сығыш яһай, федераль ҡыҙыу элемтә һәм «Хоҡуҡ боҙоуҙар картаһы» мәғлүмәт сервистары һәм SMS-Үҙәк һайлау комиссияһы эшенә булышлыҡ итә.

Ренат Факиев һүҙҙәренсә, һуңғы ике йыл ярымда һайлауҙарҙа Дим районының һайлау комиссиялары даими күҙәтелде, уларҙың эше күбеһенсә активистарҙың Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына еткергән мәғлүмәт ярҙамында яҡшырҙы.

— Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан тикшереүҙәр өсөн махсус комиссия килде, — тип һөйләй активист. — Дим районының ике  участка һайлау комиссияһы рәйесе асыҡланған боҙоуҙар сәбәпле вазифаларынан бушатылды.

Ирекмән һүҙҙәренсә, һайлауҙарҙа күҙәтеү менән шөғөлләнеү мөһим, «сөнки һайлауҙарҙың законлылығы бик мөһим һәм һайлауҙарҙа ҡатнашыу кәрәклеге граждандарҙа һаҡланһын өсөн кәрәк».

http://www.bashinform.ru/news/1207814-v-bashkirii-na-vyborakh-rabotayut-100-aktivistov-dvizheniya-v-zashchitu-prav-izbirateley-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть