Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Арғымаҡ» төркөмө Ҡырғыҙстанда «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда еңеү яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

  Башҡортостандың «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө Ҡырғыҙстанда «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда еңеү яуланы. Музыканттар «этнохит» (фольклор һәм эстрада) номинацияһында диплом менән бүләкләнде.

«Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этномәҙәни фестивале III Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары сиктәрендә үтте.

«Арғымаҡ» «Алпамыша», «Ҡара юрға», «Байыҡ» композицияларын башҡарҙы һәм барабан шоуы менән сығыш яһаны.

«Беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алдылар, сығыш яһарға ла, ял итергә лә мөмкинлек бирҙеләр. Асыу сараһында сығыш яһағандан һуң беҙҙе бер юлы бер нисә майҙансыҡҡа: уҡ атыу буйынса ярыштар булған «Ҡырсын» этноҡаласығына һәм Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын ябыуға саҡырҙылар, — тип һөйләне «Арғымаҡ» төркөмө лидеры Ринат Рамаҙанов. — Бөтәһенә лә бик оҡшаны, хеҙмәттәшлек тураһында күп тәҡдимдәр килде. Тамашасылар беҙҙең көйгә бейене, сәхнә алдында бейеү майҙансығы ойошторолдо. Беҙҙең телдәр, мәҙәниәт, тәбиғәт, ризыҡтар бик оҡшаш, шуға үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис иттек».

Музыкант киләһе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Төркиәлә уҙасаҡ тип билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1207626-bashkirskaya-gruppa-argymak-pobedila-na-vselennoy-kochevnikov-v-kirgizii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть