Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» һуңғы йылдарҙа тәүгә Санкт-Петербургта СКА-ны еңде

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә кисен «Салауат Юлаев» хоккей клубы 2018/19 миҙгелендә Континенталь хоккей лигаһы чемпионатында башланғыс күсмә турне сиктәрендә һуңғы уйынын үткәрҙе. Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре Санкт-Петербургта урындағы СКА командаһы менән осрашты.

«Юлаевсылар» уҙған осрашыуҙан һуң йәрәхәтләнеү сәбәпле төп ҡапҡасы Юха Метсолаһыҙ һәм команда капитаны Григорий Панинһыҙ ҡалды, шуға тренерҙар штабына петербургсылар менән уйынға ғаризаны төҙәтергә тура килде, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте. Оборонаның һуңғы сигендәге урын Андрей Кареевҡа ышанып тапшырылды, күкрәгендә «С» хәрефе менән Антон Бурдасов сыҡты.

Уйындың тәүге осоронда «Салауат» уйынсалары бик үк әүҙем булманы. Өфөләр атакаға аҙ сыҡты, ә бына хужалар һөжүм итеүҙә үҙенсәлекле булды, әммә «юлаевсыларҙың» оборонаһы көслө торҙо. Тик бер осраҡта Кареев баш һалырға мәжбүр булды. Икенсе осор башында Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре күпселектә булды һәм уны уңышлы тормошҡа ашырҙы – Бурдасов уңышҡа өлгәште, КХЛ-да 100-сө мәрәй йыйған Ларсен уға ярҙам итте. Бынан һуң өфөләр, ярышташының атакаларын сабыр үткәреп, оборонанан уйнай башланы. Үҙенең сабырлығы һәм һалҡын ҡанлы булыуы өсөн «юлаевсылар» һуңғы осорҙа бүләкләнде. Башта «Салауат»тың өр-яңы капитаны Бурдасов икенсе шайбаһын индерҙе, бер аҙ һуңыраҡ күпселектә Кугрышев уңышҡа өлгәште – 3:1. СКА хоккейсылары уйын аҙағында ҡапҡасыһын алтынсы уйынсыға алмаштырҙы һәм өфөләр, шайбаны буш ҡапҡаға оҙатып, уйында нөктә ҡуйҙы.

4:1 – «Салауат Юлаев» хоккей клубы һуңғы йылдарҙа тәүгә Санкт-Петербургта СКА-ны еңде.

«Был беҙҙең яҡтан бик һәйбәт уйын булды, сөнки ярышташ матчты яҡшы башланы, — тип һөйләне матбуғат конференцияһында «Салауат Юлаев»тың баш тренеры Николай Цулыгин. — Беҙ күпте күрҙек, беренсе осорҙо хатаһыҙ уйнаныҡ, оборонала яҡшы ҡаршы торҙоҡ. Эйе, бер гол үткәрҙек, әммә ул ярышташҡа ҙур өҫтөнлөк бирмәне. Һуңынан бөтә мөмкинлектәребеҙ, күпселек менән файҙаландыҡ, уйын аҙағында ҡаты торҙоҡ һәм еңдек. Егеттәр – ҙур афариндар, уларға рәхмәт. Был дүртенсе күсмә уйын булды, ләкин шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәрендә хатаһыҙ уйнарға һәм еңергә көс тапты. Шулай уҡ бында килгән көйәрмәндәребеҙгә ҙур рәхмәт».

http://www.bashinform.ru/news/1207708-salavat-yulaev-vpervye-za-poslednie-gody-oderzhal-pobedu-nad-ska-v-sankt-peterburge/

Теги: хоккей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть