Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Ҡоролтай депутаттарын һайлауға кешеләр был юлы ғәҙәттәгенән күберәк килә – белгестәр

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар һайлауға килеү буйынса фараздарын белдерҙе: был юлы ул ғәҙәттәгенән бер аҙ юғары була, сөнки пенсия реформаһы граждандарҙы әүҙемләштерҙе, улар үҙ фекерен белдерергә теләйәсәк, тип иҫәпләй политолог Сергей Семенов.

Шул уҡ ваҡытта һайлауға килеү буйынса һандар – ул электораттың ышаныс күрһәткесе. Граждандар федераль власҡа ышана, тимәк, федераль кимәлдәге һайлауҙарҙа килеү байтаҡҡа күберәк була, тип иҫәпләй политолог Сергей Лаврентьев. Шуға төбәк закондар сығарыу йыйылыштары депутаттарына бынан һығымта яһарға һәм көнүҙәк темаларҙы әүҙемерәк ҡуҙғатырға кәрәк. Унан бигерәк был проблемаларҙы хәл итеү туранан-тура төбәк парламенттарынан тора. Уларға Дәүләт Думаһы шарттарҙы көсләп таға алмай. Башҡортостан кимәлендә ул милли үҫеш, ислам динен үҫтереү, шихандар мәсьәләһе кеүек темалар, тип билдәләне Сергей Николаев.

Бөгөн, 9 сентябрҙә, Башҡортостан республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 110 депутат һайлай. Төбәк парламентына һайлау биш йылға бер тапҡыр уҙа.

Белгестәр кешеләрҙең килеүен 45 процент тирәһендә фаразлай.

http://www.bashinform.ru/news/1207757-yavka-na-vybory-deputatov-kurultaya-v-etot-raz-budet-vyshe-obychnogo-eksperty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть