Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов төбәк пенсия льготаларын һаҡлап ҡалыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

7 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы. Төҙәтмәләрҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы.

Элек социаль ярҙам саралары граждандарға пенсияға сыҡҡандан һуң бирелә ине. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән өлкән ир-аттар пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡарамаҫтан түбәндәге льготалар аласаҡ:

— хеҙмәт ветерандарына торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсациялар;

— хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;

— оҙайлы эш стажына эйә булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;

— маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр.

Закон Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ.

Белешмә:

Рәсәй Президенты Владимир Путин ил граждандарына мөрәжәғәт иткәндә федераль пенсия ташламаларын һаҡлау кәрәклеге тураһында белдерҙе.

Төбәк кимәлендә тейешле социаль ярҙам сараларын һаҡлау тураһындағы башланғыс менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе депутаттары сығыш яһаны.

7 сентябрҙә «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законды парламентарийҙар бер юлы өс уҡыуҙа ҡабул итте.

http://www.bashinform.ru/news/1207476-rustem-khamitov-podpisal-zakon-o-sokhranenii-regionalnykh-pensionnykh-lgot/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть