Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 3426 һайлау участкаһы асылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда һайлау участкалары асылды. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм төбәктең урындағы үҙидара вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү башланды. Республикала Берҙәм тауыш биреү көнөндә – йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, бөтәһе 22 һайлау кампанияһы уҙа. 147 мандат билдәләнә.

55 округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре 39 территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтелгән.  69 территориаль һәм 3426 участка һайлау комиссияһы һайлауҙар уҙғара, шул иҫәптән 35-е — ваҡытлыса булыу урынында.

Тауыш биреү өсөн исемлеккә 3 миллион 50 мең 303 кеше индерелгән. Нәҡ шунса төбәктә йәшәүсе 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса һайлау хоҡуғына эйә булған.

Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. 9 сентябрҙә һайлаусылар берәүһе бер мандатлы округ буйынса кандидаттар менән (бөтә республика 55 округка бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһына бер еңеүсе билдәләнәсәк) һәм икенсеһе сәйәси партиялар исемлеге менән ике бюллетень ала.

Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа һайлаусыларҙың 49,27 проценты һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ярҙамында тауыш биреү мөмкинлегенә эйә. КОИБ-тар 811 һайлау участкаһында файҙаланыла. Уларҙы ҡулланыу иҫәбе буйынса республика Рәсәйҙә Мәскәү өлкәһенән (1703) һәм Мәскәүҙән (1544) һуң өсөнсө урында тора.

Өфө ҡалаһы һайлау участкалары комплекстар менән – 94 процентҡа, республиканың ҡала округтары һайлау участкалары 74 процентҡа тәьмин ителгән.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙағы кеүек, бөтә участка һайлау комиссиялары йомғаҡлау протоколдарын әҙерләгәндә машина уҡыған код (QR-код) технологияһын ҡулланасаҡ.

Йәкшәмбе, 9 сентябрҙә, Рәсәйҙә 5 000 тиерлек һайлау кампанияһы уҙа, уларҙа 45 сәйәси берләшмә ҡатнаша. Һайлау кампаниялары биш төбәктән тыш бөтә ил буйынса тиерлек үтә.  

http://www.bashinform.ru/news/1206704-v-bashkirii-otkrylos-3426-izbiratelnykh-uchastkov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть