Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә йәшәүсе ғаиләһен үлтергән өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителде

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Юғары суды 7 сентябрҙә «хәүефле ысул менән үлтереү һәм үлтерергә маташыу», «аңлы рәүештә мөлкәткә зыян килтереү һәм юҡ итеү» статьялары буйынса Белоретта йәшәгән 25 йәшлек егеткә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, быға тиклем урлашҡан өсөн хөкөм ителгән ғәйепләнеүсенең ғаиләһе менән мөнәсәбәттәре ҡатмарлаша. Уҙған йылдың ноябрендә енәйәт эше фигуранты һәм уның атаһы араһында сираттағы ғауға сыға. Шунан улар һуғыша башлай. Ирҙәрҙе көс-хәл менән бер-береһенән айырып алалар. Шул уҡ көндә иҫерек йәш ир ғаилә ағзаларын үлтереү планын ҡора. Уларҙың йоҡлап киткәнен көтөп, өйҙә янғын сығара — әйберҙәргә ут төртә. Үҙе мунсала алкоголь эсеүен дауам итә. Ялҡын телдәре тиҙ арала ағас йортто ялмап ала.

Енәйәтсенең олатаһы йорттан сығып өлгөрә, ә егеттең 47 йәшлек атаһы, 66 йәшлек өләсәһе һәм уның 65 йәшлек ҡустыһы тереләй янып үлә. Өҫтәүенә һуңғыһы ауыр сирле булған һәм үҙаллы йөрөй алмаған.

Янғында яҡынса 150 мең һумлыҡ мөлкәт зыян күргән һәм юҡҡа сыҡҡан. Егет ут төртөүҙә ғәйепле булыуын ғына таныны. Уның һүҙҙәренсә, ул үҙенең туғандарын үлтерергә теләмәгән.

«Енәйәт эше буйынса бер нисә, шул иҫәптән психиатрик экспертиза үткәрелгән, уның иҫ-аҡылы теүәл тип табылған, — тип аңлатма бирҙеләр күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә. — Суд, прокуратура позицияһына ярашлы, енәйәт эше фигурантын махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте».

http://www.bashinform.ru/news/1207331-zhitelya-bashkirii-prigovorili-k-pozhiznennomu-sroku-za-ubiystvo-semi-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть