Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда ипотека буйынса уртаса ставка 9,6 процентҡа тиклем түбәнәйгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ипотека торлаҡ кредиттары буйынса уртаса ставка 9,6 процентҡа тиклем төшкән. Республика Милли банкы 1 авгусҡа ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

2017 йылдың 1 авгусында был күрһәткес 11,5 процентҡа тиң ине, ағымдағы йылдың башында — 10,6 процент.

2018 йылдың ғинуар-июль айҙарында Башҡортостанда 28,7 мең ипотека кредиты таратылған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 11,2 меңгә күберәк. Йыл башынан бирелгән торлаҡ кредитының дөйөм суммаһы 47,602 миллиард һумға еткән.

Төбәктә торлаҡ кредитлауының уртаса ваҡыты артҡан һәм хәҙер 182,1 ай, йәғни 15 йылдан ашыу тәшкил итә, тип белдерҙеләр Милли банкта.

Дөйөм алғанда, ошо йылдың тәүге ете айында Рәсәйҙә дөйөм суммаһы 1,555 триллион һумдан ашҡан 785 мең ипотека кредиты бирелгән. Илдә торлаҡ кредитлауы ваҡыты уртаса 193,5 ай, йәки 16 йылдан ашыу тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1207086-srednevzveshennaya-stavka-po-ipoteke-snizilas-v-bashkirii-do-9-6-protsenta/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть