Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикаға яңы ашығыс ярҙам машиналары һәм мәктәп автобустары ҡайтарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев төбәктәргә транспорт һатып алыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Башҡортостан йыл аҙағына тиклем 25 тиҙ ярҙам автомобилен һәм 41 мәктәп автобусын алырға тейеш.

Республиканың «ашығыс ярҙам» автопаркы Рәсәйҙә сығарылған, «УАЗ» һәм «ГАЗ» заводтарында етештерелгән  В класлы машиналар (ашығыс медицина ярҙамы автомобиле) менән тулыландырыла, тиелә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталындағы белдереүҙә.

Башҡортостан уҡыусыларына 12 кеше һыйҙырышлы — 13; 20 кешелек — алты; 24 кешелек 21 автобус ҡайтарыла һәм бер автобус 30-ҙан күберәк кешегә иҫәпләнгән.

Яңы машиналар иҫәбенә автопаркты яңыртырға һәм файҙаланыу ваҡыты үткән иҫке транспорттан ҡотолорға ниәтләйҙәр.

Рәсәй төбәктәренә бөтәһе 895 ашығыс ярҙам машинаһы һәм 1327 мәктәп автобусы ҡайтарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1207048-v-bashkiriyu-dostavyat-novye-mashiny-skoroy-pomoshchi-i-shkolnye-avtobusy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть