Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала социаль әүҙем ғаиләләр конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда социаль әүҙем ғаиләләрҙең «Өлгө ал!» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеүгә бер нисә көн ҡала. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы.

Төп бүләк – республика Башлығынан автомобиль.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаиләләр үҙҙәренең социаль әүҙем тормошо тураһында видеоролик төшөрөргә тейеш. Роликтың хронометражы — бер минут, уны рус йә башҡорт телендә төшөрөргә мөмкин. Видеояҙманы  #Берипример хэштегы менән социаль селтәргә һалырға һәм bash.news сайтындағы ғаризаны тултырырға кәрәк. Ғаризалар 9 сентябргә, урындағы ваҡыт буйынса 23 сәғәт 59 минутҡа тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр өс этапта: халыҡтың тауыш биреүе, смс-тауыш биреү һәм конкурс комиссияһы ағзалары ярҙамында һайлап алына. Төп бүләккә — республика башлығы автомобиленә эйә булған кешенең исеме Ғаилә йылы йомғаҡтарына арналған тантаналы сарала иғлан ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1206893-v-bashkirii-zavershaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-sotsialno-aktivnykh-semey/

Теги: конкурс
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть