Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфө мэрияһында йылылыҡ өсөн факт буйынса түләүгә күсеүҙе ғәмәлдән сығарыу ихтималлығына аңлатма бирҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө мэрияһында республика хөкүмәтенең йылытыу осоронда ғына йылылыҡ өсөн түләүгә күсеү тураһында ҡарарын ғәмәлдән сығарыу ихтималлығына аңлатма бирҙеләр.

Баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов фекеренсә, 1/8-гә күсеү ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар өсөн аныҡ ине.

«Икенсе яҡтан, йылылыҡ өсөн йыл дауамында түләргә өйрәнгәнлектән, ошо күсеү халыҡтың кеҫәһенә һуғыуын аңлайбыҙ. Эйе, июлдә йылылыҡ өсөн түләргә тура килмәй, уның ҡарауы, ноябрҙә, шартлы рәүештә, биш мең һум түләйбеҙ. Беҙҙә халыҡ төрлө ҡатламлы, шул иҫәптән яҡланмағандар, пенсионерҙар, һәм йылытыу осоронда икеләтә түләргә һәр кемдең дә хәленән килмәй. Әгәр беҙ йөкләмәне күсереү йәһәтенән ниндәйҙер саралар тапһаҡ, 1/12-не һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул ителер, моғайын. Мин йылылыҡ өсөн түләүҙең элекке, йәғни йыл дауамында түләү схемаһы  һаҡланыр тип уйлайым», — тип белдерҙе йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһында Салауат Хөсәйенов.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостандың 17 ҡала һәм районын йылылыҡ өсөн факт буйынса, йылытыу миҙгелендә генә түләүгә күсереү хаҡында ҡарарҙы ғәмәлдән сығарыу планлаштырыла.

Хөкүмәттең бынан алда ҡабул ителгән «2018 йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡулланыусыларҙың йылытыу буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ысулын раҫлау тураһында» ҡарарын ғәмәлдән сығарыу тураһында тейешле документ әле республика хөкүмәтендә ҡарала.

http://www.bashinform.ru/news/1206829-v-merii-ufy-prokommentirovali-vozmozhnuyu-otmenu-perekhoda-na-oplatu-tepla-po-faktu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть