Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт моделе Эльвира Ишморатова донъя фэшн-рекордын ҡуйырға ярҙам итте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт моделе Эльвира Ишморатова донъяла 55 йәштән өлкәнерәк моделдәрҙең күмәк фэшн-шоуын ойоштороуҙа ҡатнашты.

Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәүҙә ғүмер оҙайлығы» проекты сиктәрендә «Мәскәү ханымы-2018» конкурсы уҙҙы. «Зарядье» паркында Рәсәйҙең билдәле дизайнерҙарынан дефилела  211 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Сарала «Мода күрһәтеүҙә ҡатнашҡан иң күп өлкән йәштәге кешеләр» рекорды ҡуйылды.

Иң матур, ҡупшы һәм стилле тигән исемде яулау өсөн 55 йәштән өлкән гүзәл заттар көс һынашты.  Улар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте һәм подиумда билдәле Мәскәү дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы менән таныштырҙы.

«Мин Белоруссия модельеры, етендән кейем коллекцияһын әҙерләгән Наталья Гайдаржи менән эшләнем, — тип һөйләне Эльвира Ишморатова.  — Йәш, үлсәмдәр буйынса сикләүҙәр юҡ. Моделдәр араһында үҙемдең проектымда ҡатнашҡан ханымдар, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Надежда Крыгина  һәм бик күп сағыу, сибәр ҡатын-ҡыҙҙар бар ине».

Эльвира Ишморатова — fashion-модель, Stikhia студияһы — тәбиғи матурлыҡты пропагандалаған проект етәксеһе, халыҡ-ара гүзәллек конкурстары еңеүсеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1206590-bashkirskaya-model-elvira-ishmuratova-pomogla-ustanovit-mirovoy-feshn-rekord-/

Теги: мода, фэшн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть