Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда нимә нығыраҡ ҡиммәтләнгән һәм осһоҙланған – статистика

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан статистиктары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә ҡулланыусылар хаҡтары буйынса һуңғы күҙәтеү мәғлүмәттәрен бирҙе.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, 27 август менән сағыштырғанда төбәктә нығыраҡ тауыҡ йомортҡаһы – 7,3 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм бер тиҫтәһе өсөн 43 һумдан артып киткән.

1,4-1,5 процентҡа тоҙ һәм тары ярмаһы артҡан – килограмы уртаса 9 һәм 39 һум.

Башҡортостанда ҡыйбатланған аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ вермишель, шәкәр, сусҡа ите, тауыҡ ите, сырҙар, һөт, туңдырылған балыҡ, эремсек, сосискалар һәм макарондар ингән. Был социаль әһәмиәтле ризыҡтарға хаҡтар 0,1-1 процентҡа артҡан.

Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәр өсөн бешерелгән колбасаға, һыйыр итенә, сәйгә, онға, шулай уҡ арыш ононан һәм арыш менән бойҙай оно ҡатышмаһынан бешерелгән икмәккә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалған.

Башҡаларға ҡарағанда кишергә хаҡ 14,8 процентҡа төшкән, уның килограмы хәҙер яҡынса 31 һум тора.

Шартлы икенсе урында – картуф, ул 11,1 процентҡа арзанайған, килограмы 23 һум тирәһе тора.

Осһоҙланған тәүге өсәүгә башлы һуған ингән – уға хаҡ 8,5 процентҡа төшкән йәки килограмы 23 һумлап тора.

Башҡортостанда был аҙнала хаҡтары төшкән аҙыҡ-түлеккә икмәк һәм бойҙай ононан бешерелгән ҡаластар, көнбағыш майы һәм аҡ май, ҡаймаҡ, алма, дөгө, ҡарабойҙай ярмалары һәм аҡ күҫәнле кәбеҫтә ингән. Уларға хаҡтар бер аҙнала 0,1-3,5 процентҡа төшкән.

http://www.bashinform.ru/news/1207111-chto-podorozhalo-i-podeshevelo-v-bashkirii-bolshe-vsego-statistika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть