Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Игорь Комаров Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Игорь Комаров Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде. Владимир Путин тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә дәүләт башлығы сайтында.

Элек был вазифаны биләгән Михаил Бабич 2018 йылдың 24 авгусында Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһының Белоруссия Республикаһында Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президентының Белоруссия менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле итеп тәғәйенләнде.

Игорь Анатольевич Комаров М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын иҡтисадсы һөнәре буйынса тамамлаған. 1987-1992 йылдарҙа Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт иткән. 2002 йылға тиклем банк өлкәһендә, һуңынан — «Норникел»дә, «Ростех»та һәм«АвтоВАЗ»да етәксе вазифаларында эшләгән.

2013-2014 йылдарҙа Комаров Федераль йыһан агентлығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән.

2014-2015 йылдарҙа – Берләштерелгән ракета-йыһан корпорацияһы генераль директоры.

2015 йылдың авгусында «Роскосмос»тың генераль директоры вазифаһын биләй, унан ағымдағы йылдың майында китә.

Июндә Комаровты «Энергия» ракета-йыһан корпорацияһы директорҙары советына һайлап ҡуялар.

Июлдә Дмитрий Медведев Комаровты фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары итеп тәғәйенләй.

Сәйәсмән Почет ордены (2012) менән наградланған, 2010 йылда Почетлы легион ордены  кавалеры (Франция) исеменә лайыҡ булған.

http://www.bashinform.ru/news/1207118-polpredom-prezidenta-v-privolzhskom-federalnom-okruge-naznachen-igor-komarov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть