Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Телевидение ҡараусыларға «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы финалсыларын күрһәтәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

10 сентябрҙә «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсының икенсе этабы башлана.

Дүшәмбенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында иртәнге «Сәләм» тапшырыуында  «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы финалсылары видеоматериалдарын күрһәтә башлайҙар. Күрһәтеү ваҡыты – иртәнге сәғәт 7-нән 8-гә тиклем.

Киләһе аҙнала:

дүшәмбе – Мәләүез районының Столяровка ауылын;

шишәмбе – Ейәнсура районының Ибрай ауылын;

шаршамбы – Мәсетле районының Һөләймән ауылын;

кесе йома – Ҡалтасы районының Ҡуян ауылын;

йома – Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылын күрһәтәләр.

Конкурс бындай форматта тәүгә уҙғарыла.

Конкурсты үткәреү маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡты үҙ биләмәләрендә урындағы тәғәйенләнештәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм абруйын күтәреү, тыуған төйәгеңә, ауылыңа ҡарата һөйөү уятыу, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу, ижади гражданлыҡ әүҙемлеген һәм башланғыстарҙы үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү.

Конкурстың беренсе этабы йомғаҡтары буйынса бөтә ҡатнашыусылар араһынан 20 иң яҡшы ауыл  һайлап алынды. Улар бөтәһе лә икенсе этапҡа үтте, уның сиктәрендә телевидениела финалсылар менән таныштырыу, шулай уҡ интерактив тауыш биреү була. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса комиссия фекерен иҫәпкә алып, еңеүселәр билдәләнә.

Ойоштороусылар – «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһының Йәш депутаттар ассоциацияһы һәм  «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы.

http://www.bashinform.ru/news/1207009-telezritelyam-pokazhut-finalistov-konkursa-samoe-krasivoe-selo-respubliki-bashkortostan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть