Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда халыҡтың банкка һалған аҡсаларын иҫәпләнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Милли банктың Башҡортостан буйынса Бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 авгусына халыҡтың кредит ойошмаларына һалған аҡсалары 376,3 миллиард һум тәшкил иткән. Ул июль башына ҡарағанда 1,3 миллиардҡа әҙерәк. Йыл башына үҫеш 103,2 процент тәшкил иткән.

Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса август башына физик шәхестәрҙең кредит ойошмаларына һалған аҡсалары 27 168,5 миллиард һумға еткән, ә 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса 26 092,6 миллиард булған.

Башҡортостан биләмәһендә әле бөтәһе 896 банк бүлексәһе эшләй. Төбәк биләмәһендә эшләүсе банк бүлексәләре иҫәбе буйынса республика Волга буйы федераль округында – икенсе һәм Рәсәйҙә һигеҙенсе урынды биләй.

Халыҡтың банкка һалған аҡсалары буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – дүртенсе, Рәсәйҙә 13-сө урында тора.

http://www.bashinform.ru/news/1207045-v-bashkirii-podschitali-vklady-naseleniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть