Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Йәнле Өфө»лә ҡатнашыусылар Бәхет министрлығы ойошторорға тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

«Йәнле Өфө» әүҙем ҡала халҡы форумының икенсе көнө «ҡала экологияһы», «ҡала мөхите», «ҡала әүҙемлеге һәм йәлеп итеү», «тарихи мираҫ», «мәҙәни үҫеш», «ирекле проект лабораторияһы» дискуссия лаборатория эштәре нигеҙ булып ятҡан асыштарға һәм проект презентацияларына арналды.

Ҡатнашыусылар проекттар менән таныштырҙы. Беренсе башланғыс Гоголь урамы ҡиммәттәренә һәм уны «йәнләндереүгә» арналды. Ҡатнашыусылар урындағы буш ерҙе тәртипкә килтерергә, уға Довлатов исемен бирергә, һуңынан унда тематик саралар, мәҫәлән, урам байрамы, күршеләр менән киске аш үткәрергә тәҡдим итте.

Икенсе проект экологияға ҡағылды. Уйлап сығарыусылар сарала булғандарҙы күҙҙәрен йомоп, киләсәк Өфөнө күҙ алдына килтереүҙәрен һораны: экоаңлы кешеләр, экотранспорт, ҡойолған һыу, «сүпле» бер тапҡыр файҙаланған рекламаларҙың булмауы, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдары, экологик белем биреү, тирә-яҡ мөхит мониторингы, таҙа асфальт – таҙа машиналар. Һөҙөмтә булараҡ: «Өфө – саф бәхет баш ҡалаһы».

Өсөнсө проект – «Бәхет министрлығы» йәмәғәт ойошмаһы булдырыу. Уйлап сығарыусылар Бөйөк Британияның психологик мәктәбе тикшеренеүҙәренә таянып, уға ярашлы, төп өс бәхет факторы бүлде: эш, мөнәсәбәттәр (яҡын һәм социаль) һәм һаулыҡ менән ҡәнәғәт булыу. Ҡала халҡы араһында бәхет кимәлен арттырыу алымдары тәҡдим ителде. Мәҫәлән, психологик белем биреү дәрестәре, мәктәптәрҙә һөнәри йүнәлеш биреү, һаулыҡ һәм үҙенсәлекле форматта спорт, бәхет ҡиммәттәрен арттырыу, бәхет мәҙәниәтен булдырыу, ҡала халҡы менән «Бәхет алырға ин» коммуникация майҙансығы, ҡалала йәшәүсе һәр кешенең үҙ һәм ҡала тормошонда ҡатнашыу мөхитен булдырыу.

Дүртенсе башланғыс менән сығыш яһаусылар ҙур идеялар тәҡдим итте: бөтә университеттарҙы берәүгә йыйырға һәм «Берләштерелгән Өфө университеты» тип атарға, унда 120 мең студент уҡыясаҡ; технопарктар ойошторорға, биш йылға бизнесты һалымдан азат итергә; киләсәк транспорт саралары етештереү менән шөғөлләнеү (һәр йортҡа вертолет).

Бишенсе проект инициативалы берләшмәне берләштереүгә йүнәлтелгән. Бының өсөн йәмәғәт ҡала порталы булдырырға тәҡдим ителде.

Модераторҙар тәҡдим ителгән һәр проект буйынса эшлекле тәҡдимдәрҙе төҙәтте һәм индерҙе. Иң яҡшы башланғыстар йыл аҙағына тиклем Баш ҡаланың үҫеш стратегияһын әҙерләгәндә иҫәпкә алыныр тип күҙаллана.

Ике көн эсендә форум шул тиклем әүҙем өфөләрҙе берләштерҙе, хатта улар проекттар өҫтөндә эште 8 сентябрҙә Мендеелев урамындағы Бизнес йортонда дауам итергә ҡарар итте.

«Йәнле Өфө» — ул бер үк исем йөрөткән әүҙем ҡала халҡы берләшмәһе менән ҡабул ителгән Өфө ҡалаһын комплекслы үҫтереү буйынса йәмәғәт иницитиваһы.

http://www.bashinform.ru/news/1206917-uchastniki-zhivoy-ufy-predlozhili-sozdat-ministerstvo-schastya-i-pustyr-imeni-dovlatova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть