Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө эргәһендә яңы зыяраттар өсөн участкалар әҙерләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә яңы ҡәберлектәргә 40 гектар самаһы ер әҙерләнә. Ошо хаҡта Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы һатып алыуҙарында әйтелә. Документта межалағандан һуң 20 гектар Төньяҡ (Тимашев) зыяратына бүленә һәм тағы 20 гектар М-5 трассаһы эргәһендә (Жилин һәм Зинин ҡасабалары тирәһендә) әҙерләнә тип яҙылған.

Билдәләнгән ер участкаларын коммуникацияларға тоташтырыу проекты буйынса электрон аукцион 17 сентябргә тәғәйенләнгән. Эштәр хаҡы 3 миллион һумға баһалана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көньяҡ (Затон) зыяраты саманан тыш тулыу сәбәпле уҙған йыл йәйгеһен ябылды. Әлеге мәлдә унда туғандарын ерләү генә рөхсәт ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1206958-pod-ufoy-gotovyat-uchastki-dlya-novykh-kladbishch/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть