Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы КОИБ менән таныштырыу үткәрҙе

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән таныштырыу үткәрҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа ҡулланыласаҡ технологик ҡорамалдарҙы сәйәси партиялар вәкилдәре һәм журналистар һынап ҡараны.

Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов яңы комплекстың эшен күрһәтте һәм уның техник мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Система билдәле бер участкала ғәмәлдә булған бюллетенде ҡабул итә һәм эшкәртә. Ҡорамал бер үк ваҡытта бер нисә бюллетенде төшөрөргә йәки башҡа участка бюллетенен төшөрөргә юл ҡуймай.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре КОИБ-тың нисек автоматик рәүештә тауыштарҙы иҫәпләүен, бюллетендәрҙе туплауын, тауыш биреү һөҙөмтәләрен махсус QR-код менән баҫтырып сығарыуға оҙатҡанын күҙәтте.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, комплекс һәр ҡайһыһы буйынса айырым тауыш биреү һөҙөмтәләрен сығарыу менән бер үк ваҡытта ете кимәлгә тиклем һайлауҙар уҙғарыу мөмкинлеге бирә. Клавиатура урынына унда сенсор экран урынлашҡан. Аппарат һайлаусыға бюллетенде дөрөҫ индереү мөмкинлеге бирә. Тауыш биреүсе уны кире яғы менән индерһә, ул битте әйләндерергә ҡуша. КОИБ бюллетенде, әгәр уны эргә яғы менән индерһәләр, үҙе дөрөҫ итеп борасаҡ, әммә уртаға бөкләнгән битте бракка сығарасаҡ.

Тауыштарҙы иҫәпләү өсөн техника электр булмағанда бер нисә сәғәт эшләй ала. Әгәр энергияһы бөтһә, уны тауыш биреү өсөн ябай йәшник итеп тә файҙаланырға мөмкин.

Комплекс йомғаҡтарҙы үҙе иҫәпләй һәм тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса QR-код менән индерелгән бюллетендәр, шул иҫәптән ғәмәлдән сыҡҡандары иҫәбе менән протокол бирә һәм төрлө кандидаттар өсөн бирелгән тауыштар һанын билдәләй. Территориаль комиссияла был мәғлүмәттәрҙе код буйынса уҡып, ҡул менән иҫәпләмәй, йомғаҡлау протоколдарын индереп тормай, «Һайлауҙар» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерә ала.

Башҡортостанда КОИБ тәүгә 2003 йылдың 7 декабрендә дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һәм улар менән берләштерелгән республика Президентын һайлауҙа 22 участка һайлау комиссияһында файҙаланды. Был участкаларҙа һайлаусылар исемлегенә 39 975 һайлаусы инде. Ҡулланыу уңышлы булды, уның һөҙөмтәләре буйынса КОИБ тауыш биреүҙе автоматлаштырырға һәләтле тип танылды.

2018 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостан Республикаһында 219 һайлау участкаһында КОИБ ҡулланылды.

Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайлауҙа һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары 811 һайлау участкаһында ҡуйыла (һәр участкала икешәр КОИБ).

Өфө ҡалаһы һайлау участкалары – 94 процентҡа, республиканың ҡала округтары 73 процентҡа КОИБ менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ КОИБ муниципаль райондарҙың ҙур тораҡ пункттарындағы һайлау участкаларында эшләйәсәк. Дөйөм һайлау участкалары иҫәбенән 23,92 проценты КОИБ менән тәьмин ителәсәк, шул уҡ ваҡытта был участкаларҙа исемлеккә 49,52 процент һайлаусы индереләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1206792-tsentrizbirkom-bashkirii-provyel-prezentatsiyu-koib/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть