Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостан Стратегияһын хупланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын хупланы. Документ яуаплылыҡ тотҡан өлкәләр буйынса бөтә ҡыҙыҡһынған профилле федераль башҡарма власть органдары тарафынан яҡлау тапты. Атап әйткәндә, Стратегия-2030 Рәсәй Эске эштәр, Спорт, Һаулыҡ һаҡлау, Мәҙәниәт, Төҙөлөш, Хеҙмәт министрлыҡтары, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән килешелде.

Стратегия өҫтөндә эште төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе контролдә тотто. Төп стратегик документты әҙерләү менән республиканың башҡарма власть органдары ҡатнашлығында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы шөғөлләнде. Был процесҡа шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, ғилми берләшмәләр һәм эшлекле даирәләр вәкилдәре иҫәбенән белгестәр йәлеп ителде.

Республика стратегияһы кешелек капиталы, реаль иҡтисад секторы, биләмәләрҙе һәм дәүләт идаралығын тигеҙ үҫтереү өлкәһендә саралар комплексын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән. Документтың төп маҡсаты – 2030 йылға төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса тәүге 10 лидер-төбәк исемлегенә инеү. Бөгөнгө көнгә Стратегия Рәсәй Президентының 204-се «май» Указының маҡсатлы йүнәлештәре менән синхронлаштырылған. Республиканың бөтә дәүләт программаларын, тармаҡ стратегияларын, концепцияларҙы һәм юл карталарын Стратегия идеологияһына ҡайтанан йүнәлтеү буйынса эш алып барыла.

http://www.bashinform.ru/news/1206882-minekonomrazvitiya-rossii-odobrilo-strategiyu-bashkortostana-2030/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть