Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләге һайлау участкалары 94% КОИБ системалары менән йыһазландырылған

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөләге һайлау участкалары һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән 94%, республиканың ҡала округтары 74% йыһазландырылған. Был хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев хәбәр итте.

Башҡортостандың баш ҡалаһында һайлаусылар исемлегенә 786 мең 397 кеше индерелгән. Уларҙы төҙөгәндә 2018 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр иҫәпкә алынған, тип асыҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.

Төбәктең закондар сығарыу йыйылышына һайлау ваҡытында бөтәһе 811 участкала КОИБ-тар ҡулланыла. Республикала йәшәүселәрҙең 49,27% ашыуы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын файҙаланып тауыш бирә ала. Быйыл Башҡортостан КОИБ-тар менән тәьмин ителеш буйынса Мәскәү өлкәһенән (1 703) һәм Мәскәүҙән (1 544) ҡала өсөнсө урынға сыҡты.

Заманса техник саралар ярҙамында һайлауҙың асыҡлығын арттырыу башланғысын республика башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк етәксеһенең идеяһын хупланы.

КОИБ участка комиссиялары ағзаларының эшен еңеләйтә һәм һайлауға йомғаҡ яһауҙы тиҙләтә – улар комплекс тарафынан автоматик рәүештә формалаштырыла. Тауыштарҙы иҫәпләгәндә кеше факторы төшөрөп ҡалдырыла:  хаталарға юл ҡуйылмай.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле Евгений Шевченко һүҙҙәренсә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа КОИБ-тар 2018 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлау менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк була.

Барлыҡ техкомплекстар Башҡортостанға килтерелгән дә инде. Удмуртиянан, Пермь крайынан, Ҡурған, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән 626 КОИБ алынған.

http://www.bashinform.ru/news/1206744-izbiratelnye-uchastki-ufy-osnashcheny-sistemami-koib-na-94/

Теги: һайлау, КОИБ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть