Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһендәге башҡорт балаларының 90% туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Силәбе өлкәһендә йәшәгән башҡорт балаларының 90% туған телен өйрәнеү мөмкинлеге бар.

Был хаҡта Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин Силәбе өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә арналған видеоконференцияла белдерҙе. Онлайн режимында кәңәшмәгә өлкәнең 39 муниципалитетынан мәғариф ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре буйынса дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең этномәҙәни компонентын бойомға ашырыуҙы күҙәткән белгестәр ҡушылды, тип хәбәр иттеләр Силәбенең «Уралым» гәзитенән.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканан ситтәге иң ҙур диаспораның Силәбе өлкәһендә йәшәүен бер нисә тапҡыр билдәләп үтте. Башҡортостандың төбәктәге даими вәкиллеге һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Силәбе өлкәһе мәктәптәрендә башҡорт телен фән итеп өйрәнеү тураһында мәсьәлә 2017 йылда уҡ күтәрелгәйне. Был тәҡдим төбәк губернаторы Борис Дубровскийға еткерелде һәм хуплау тапты. Силәбе өлкәһе губернаторы ҡарамағындағы дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса совет ултырышында Борис Дубровский бер генә бала башҡорт телен өйрәнергә теләк белдерһә лә, уға ошондай мөмкинлек бирелергә, шарттар тыуҙырылырға тейешлеге хаҡында әйтте.

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Силәбе өлкәһендә 161 668 башҡорт йәшәй. Уларҙың 90 645-е туған телен белә. Процент нисбәтендә балаларҙың 10% ғына (өс меңгә яҡын кеше) әле башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә, ә өйрәнә алған балалар һаны — 32 400 самаһы. Улар, башлыса, Силәбе өлкәһенең 26 район-ҡалаһында йәшәй.

Төбәктәге даими вәкилдең сығышында башҡа милләт вәкилдәренең башҡорт телен өйрәнеү йәһәтенән ыңғай миҫалдар килтерелде. Мәҫәлән, башҡорт телен белгән рустар — 1674, украиндар — 44, татарҙар — 4489, ҡаҙаҡтар — 364.

Башҡортса белгән балалар республика вуздарына уҡырға инә (унда абитуриентҡа башҡорт теленә өҫтәмә фән булараҡ башҡа телдәрҙе һайлау мөмкинлеге бар);  тел буйынса олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, гранттарҙа ҡатнаша; яңы һөнәрҙәр үҙләштерә, Силәбе өлкәһенең «Уралым» гәзитендә яҙыша, Көньяҡ Урал биләмәһендә тормошҡа ашырылған милли проекттарҙа ҡатнаша ала, тип билдәләне спикер.

Конференция аҙағында Силәбе өлкәһе Мәғариф һәм фән министрлығының Башланғыс, төп һәм урта дөйөм белем биреү идаралығы начальнигы Елена Тюрина муниципалитеттан килгән коллегаларынан балаларға, ата-әсәләргә башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны. Уның әйтеүенсә, Силәбе өлкәһенең Мәғариф министрлығы башҡорт телен өйрәнергә теләгән уҡыусылар һанын махсус анкета ярҙамында асыҡлай.

«Уҡытыу-методик комплекс буйынса проблема бар, ләкин ҡулланмалар өлкә бюджеты аҡсаһына һатып алыныуы мөмкин», — тип билдәләне Елена Тюрина һәм ошо йүнәлештә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1206566-u-90-bashkirskikh-detey-chelyabinskoy-oblasti-poyavitsya-vozmozhnost-izuchat-rodnoy-yazyk/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть