Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда льготалылар социаль пакетты йәки аҡсалата компенсацияны һайлай ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

1 октябргә тиклем Башҡортостанда льготаға хоҡуғы булғандар киләһе йылда дәүләт ярҙамын ниндәй төрҙә алыуҙы хәл итергә һәм социаль пакет йәки аҡсалата компенсацияны һайларға тейеш.

Быйыл 2019 йылға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын үҙгәртеү тураһында ғариза биреү ваҡыты йәкшәмбе, 30 сентябрҙә тамамлана. Ҡануниәткә ярашлы, әгәр аҙаҡҡы көн ялға тура килһә, Пенсия фондының клиент хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт иткәндә ғаризалар унан һуңғы эш көнөндә, йәғни 1 октябрҙә ҡабул ителә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта социаль пакеттың хаҡы айына 1075,19 һум тәшкил итә, уға тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеү, шифахана-курорт дауалауы һәм тимер юл транспортында йөрөү инә. Йылына бер тапҡыр — 1 октябргә тиклем бынан аҡсалата компенсация файҙаһына баш тартырға йәки ошо хеҙмәттәрҙе алыу хоҡуғын кире ҡайтарырға мөмкин.

Льготаларҙы алыуҙың элекке тәртибен һаҡлау теләге булғанда, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Әгәр кеше был тәртипте үҙгәртергә теләй икән, ғариза яҙырға кәрәк, ул льготалы үҙенең теләген үҙгәрткәнсе ғәмәлдә була.

Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимер һүҙҙәренсә,  республикала федераль льготаға эйә 321 мең кеше йәшәй. Уларҙың 287 меңдән ашыуы (89%) социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның айырым өлөшөнән аҡсалата компенсация ала.

Социаль хеҙмәттәр алыу, уларҙан баш тартыу йәки алыуҙы тергеҙеү тураһында ғариза яҙыу өсөн ведомствоға килеү мотлаҡ түгел. Быны Пенсия фонды сайтында «Граждандың шәхси кабинеты»нда  эшләргә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1206436-u-lgotnikov-bashkirii-menshe-mesyatsa-sdelat-vybor-sotspaket-ili-denezhnaya-kompensatsiya/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть