Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдең концерттары Х.Мостаевтың 100 йыллығына арналған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерттары күренекле балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарыла.

79-сы юбилей алды ижад миҙгелен асыу тантанаһы 20 һәм 21 сентябрҙә Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәрен ансамбленең концерт залында була. Программала — күренекле балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты Хашим Мостаевтың легендар бейеүҙәре. Улар араһында «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары», шулай уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәре бар.

«Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан республикабыҙ буйлап гастролдәр ҙә планлаштырылған, — тип хәбәр итте коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова. — 2018 йылды ансамбль балетмейстерҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған ҙур концерт менән тамамлай».

http://www.bashinform.ru/news/1206444-kontserty-ansamblya-imeni-fayzi-gaskarova-prokhodyat-v-ramkakh-100-letiya-khashima-mustaeva/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть