Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Күсмә халыҡтар уйындарында Башҡортостан вәкиле — берҙән-бер бөркөтсө ҡатын-ҡыҙ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ҡырғыҙстанда III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында бөркөтсөләр (бөркөт менән һунар итеү) ярышы уҙҙы. Башҡортостан исеменән фольклорсы, Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина сығыш яһаны. АКИpress порталы (Ҡырғыҙстан) хәбәр итеүенсә, Гөлгөнә Уйындарҙа һунар ҡоштарын өйрәтеү һәм улар менән һунар итеү буйынса боронғо һөнәрҙе күрһәткән ир-егет ҡатнашыусылар араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булды.

Ярышта Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа илдәрҙең бөркөтсөләре лә үҙҙәренең йыртҡыс ҡоштарын күрһәтте.Ҡағиҙә буйынса, бөркөт тиҙлеккә үҙенең табышын ауларға тейеш ине. Яҡташыбыҙ ярышта икенсе урынды яуланы.

Һунар ҡоштары менән һунар итеү тамырҙары менән боронғо тарихҡа барып тоташа. Элек-электән кешеләр йыртҡыс ҡоштар — шоңҡар, ҡарсыға, ыласын менән һунар иткән. Кешелек цивилизацияһы башында һунарсы өсөн өйрәтелгән  ҡоштан да яҡшыраҡ ярҙамсы булмаған. Ҡулға эйәләштерелгән бөркөттәр көтөүҙе бүреләрҙән һаҡлаған, кейем-һалым һәм ит өсөн йәнлек аулаған. Йыртҡыс ҡошто үҫтереү һәм ауға өйрәтеү ҙур түҙемлек, ныҡышмалылыҡ, киң күңеллелек талап иткән. Беҙҙең көндәрҙә лә, атыу ҡоралы киң таралыуға ҡарамаҫтан, бөркөттәр менән һунар итеү милли спорттың иң популяр төрҙәренең береһе булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1206298-v-igrakh-kochevnikov-v-kirgizii-predstavitelnitsa-bashkirii-edinstvennaya-zhenshchina-burkutchu/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть