Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан һалым сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса алдынғылар рәтендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан халыҡ-ара PwC консалтинг компанияһы 2017 йыл йомғаҡтары буйынса төҙөгән төбәк һалым һөҙөмтәлелеге рейтингында өсөнсө урын алды. Алдынғы урындарҙа – Мәскәү һәм Ханты-Манси автономиялы округы.

Аналитиктар төбәктәрҙә һалым сәйәсәте өлкәһендә уларға бирелгән вәкәләттәрҙең ни тиклем уңышлы файҙаланыуын асыҡлаған. Кадастрҙан ойошма мөлкәтенә һалым иҫәбен алып барыу, мигранттар өсөн патент хаҡын билдәләү, һалым ташламалары биреү кеүек факторҙар иҫәпкә алынған.

«Рейтинг һөҙөмтәләре өсөнсө йыл рәттән дотацияһы булмаған төбәктәр һәм дотация кимәле юғары булмаған төбәктәр (төбәктең һалым һәм һалымға ҡарамаған табышынан 1 проценттан кәмерәк) һалым сәйәсәте өлкәһендә вәкәләттәрен дотация булғандарға ҡарағанда күберәк файҙалана тигән тезисты раҫлай», — тиелә PwC материалдарында.

Алдынғы төбәктәр күп кенә параметрҙар буйынса юғары балл йыйҙы, ә бына уларҙың өсөн йыл рәттән рейтингты етәкләүе үҙҙәренең һалым сәйәсәте өҫтөндә системалы эшләүе хаҡында һөйләйҙер, тип иҫәпләй тикшеренеү авторҙары.

Аутсайдерҙарҙа (83-85 баҫҡыста) – Әстрхан һәм Смоленск өлкәләре, Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһы.

PricewaterhouseCoopers (PwC) — халыҡ-ара компаниялар селтәре, аудит һәм бизнес-консультация өлкәһендә, шулай уҡ һалым һәм юридик хеҙмәттәр күрһәтә. 458 илдә бар. Штаб-квартираһы Лондонда урынлашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1206517-bashkiriya-v-liderakh-po-effektivnosti-nalogovoy-politiki-naryadu-s-moskvoy-i-khmao/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть