Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Толпар» миҙгелде ҙур еңеү менән башланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә Өфөнөң «Толпар»ы 2018/19 йылдар миҙгелендәге Йәштәр хоккей лигаһының даими чемпионатында тәүге уйынын үткәрҙе. Алик Гәрәев тәрбиәләнеүселәре сит майҙанда «Төмән Легионы» менән уйнаны.

«Толпарҙар» Төмәндәге уйынға ҙур әҙерлек менән барҙы, шуға күрә тәүге сменала уҡ дәғүәселәренән өҫтөнөрәк икәнлеген күрһәтә башланы. Спортсылар оҫта итеп гол индерҙе һәм 4:0 иҫәбе менән тәнәфескә сыҡты. Бер тигеҙ составта сиратлап Пустозёров, Соколов, Абдеев һәм Сучков айырылып  торҙо. Ҡалған ваҡытта беҙҙекеләр тыныс уйнаны һәм дәғүәсеһенә уҙып китергә мөмкинлек бирмәне, үҙҙәре хужаларҙы тағы ла өс тапҡыр көйөндөрҙө. Тәүҙә дубль менән Пачин билдәләнде, Шафеев иһә уйынға нөктә ҡуйҙы – 7:0.

9 һәм 10 сентябрҙә «толпарҙар»ҙы «Югра мамонттары»на ҡаршы уйын көтә.

http://www.bashinform.ru/news/1206319-tolpar-nachal-sezon-s-razgromnoy-pobedy-/

Теги: хоккей
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть