Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Өфө Һиндостан фестивале ойошторолған Рәсәй ҡалалары исемлегенә эләкте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфө – Рәсәйҙең Һиндостан фестивален ҡабул иткән 22 ҡалаһы исемлегендә. 30 йылдан һуң ул илебеҙ биләмәһендә йәнә тергеҙелде, тип хәбәр итә ТАСС. 6 сентябрҙә мәҙәни сара Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында старт ала.

«Рәсәйҙә Һиндостан фестивале 2018 йылдың сентябренән 2019 йылдың мартына тиклем бара. Һуңғы тапҡыр ошондай сара 1987 йылда ойошторлғайны», — тип билдәләнеләр Кремль һарайының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостандың баш ҡалаһынан тыш, фестивалде Санкт-Петербург, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Владивосток, Дондағы Ростов, Әстрхан, Волгоград, Архангельск, Хабаровск, Новосибирск, Иркутск, Улан-Удэ һәм башҡа ҡалалар ҡабул итә. Һиндостан фестиваленә бейеү, заманса һәм классик музыка, художестволы сәнғәт, һинд аш-һыуы, кино кеүек башҡарыу сәнғәтенең төрлө йүнәлештәрен үҙ эсенә алған тиҫтәләрсә ижади коллектив әҙерләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1206354-ufa-popala-v-spisok-gorodov-rossii-gde-proydet-festival-indii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть